Хыялда_ы м_х_бб_т (хик_й_)


Хыялдағы мөхәббәт

Хикәйә

1

31 декабрь фирмала эш көнө тип иғлан ителде. Ләкин һис кемдә лә эш ҡайғыһы юҡ. Кисә генә корпоратив мәжлес үткәйне, шуға ла бәғзе берәүҙәр сәғәт ундарға ғына һөйрәлешеп килеп етте. Ойошманың генераль директоры беренсе урынбаҫарын һәм баш экономисты алып ҡайҙалыр олаҡты. Һөҙөмәлә, халыҡ тамам иреккә сыҡты. Төшкә табан төркөм-төркөм булып йыйылыша ла башланылар. Ильяс ултырған ҙур бүлмәгә программистар менән техниктар килеп тулды. Ир-ат һәр ҡайҙа ла ир-ат инде ул, өс “ярты"ны кәгеп ҡуйғас, һүҙҙең рәт-сираты китте. Яңы йылды кем ҡайҙа, нисек ҡаршыларға самалай? Барыһы ла ошо яп-ябай һорауҙан башланды.

– Мин өйҙә, ғаилә менән...

– Мин дә...

– Ә мин бер йәшник һыра алып ҡуйғанмын! Эштән һуң дуҫтар менән йыйылабыҙ ҙа выжт - дачаға! Унда мунса! Унда шешлек! Унда бильярд! Унда саф һауа, блин!

– Ә мин, – тине Руслан, сәнскесе менән тоҙло ҡыярҙы эләктерергә маташып. Ул Ильястың дуҫы, ҡаршы бүлмәлә ултыра. – Ә мин ике һылыуҡайҙы алам да, эйе тигән?

–Уһу, - тигән булды ҡыҙыҡһынған егеттәр.

– Ә уларҙың береһе ап-аҡ йөҙлө, зәп-зәңгәр күҙле, еп-етен сәсле блондинка! Эйе тигән?

– Уһу, – егеттәр ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡараны. Үәт мәлғүн. Үәт аҙғын!

– Ә икенсеһе сөм-ҡара күҙле, оҙон керпекле, оҙон сәсле...Юҡ, оҙон ғына түгел, егеттәр, ә оҙ-ҙо-о-о-о-н сәсле тип өҫтәргә кәрәк! Эйе тигән?

– Уһу, – тиеште егеттәр. Руслан ҡыярҙы ауыҙына оҙатты. Бигүк таҙа булмаған ҡулъяулығын сығарып, маңлайын һөртөп алды. Баһаһын белә, ҡәбәхәт, барыһын да ашыҡмай ғына, дәрәжәһен белеп кенә атҡара. Красавчик! Шунан?

– Ошо ике һылыуҡайҙы ала ла Руслан Ғафирович... Әйткәндәй, Руслан Ғафирович тигәнебеҙ мин буламын! Эйе-эйе, һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, иптәштәр, исәнмесез, бу мин! (Тел биҫтәһенең маймылланыуына инде шаҡтай кәйефләнеп алған халыҡ тәгәрәп ятып көлдө. Килештерә лә инде, мөртәт! Килештерә лә инде, март бесәйе!)

– Шулай итеп ошо ике һылыуҡайҙы ала ла Руслан Ғафирович туп-тура китә...Иғтибар! Конкурс! "Зирәктәр һәм етеҙҙәр" бәйгеһе! Беҙҙән һорау, һеҙҙән – яуап! Шулай итеп, ике һылыуҡайҙы ала ла Руслан Ғафирович китә... Беренсе вариант – китә туп-тура китапханаға!

– Китапханаға? Нишләп? – Егеттәрҙең кемеһелер аңһыҙлыҡ күрһәтте.

– Марксизм-ленинизм хеҙмәттәрен өйрәнергә, атаң башы! Зың-ң-ң! Яуап дөрөҫ түгел! Иғтибар! Икенсе вариант! Ике һылыуҡайҙы ала ла, Руслан Ғафирович китә... Иғтибар, икенсе вариант! Китә утын ярырға!

– Ә ни өсөн... – тип теге "тормоз" йәнә ауыҙын аса башлағайны, һуҡмыш йәмәғәт күмәкләп ажғырҙы. Шым! Шулай ҙа Руслан яуап бирергә иренмәне.

– Сөнки! Cөнки һуҡмыш баш менән ниҙәр генә эшләмәҫһең! Ярай, хөрмәтле дуҫтар, ошо урында "зирәктәр һәм етеҙҙәр" уйынын тамамлайбыҙ. Дөрөҫ яуап – ике һылыуҡайҙы ала ла Руслан Ғафирович туп-тура выжт! Выжт ҡайҙа тип һорай миллионлаған тамашасы! Выжт – фатирына, хөрмәтле телевизор ҡараусылар! Аңлайым-аңлайым, йәмәғәт! Тынысландыҡ-тынысландыҡ! Әлбиттә, был тәртипһеҙлек! Әлбиттә был әхлаҡһыҙлыҡ! Әммә, селави, туп-тура фатирына! Фатирына! Сөнки күҙ алдына килтерегеҙ! Фатир! Музыка! Ярым ҡараңғылыҡ! Сәғәт ун икене һуға! Ҡулда ҡымжырҙап ҡына, күбекләнеп кенә торған шампан шарабы! Рәхәт! Куранттар заң-зоң итә! Телевизор ялп-йолп итә! Рәхәт! Һылыуҡайҙар сәрелдәй! Мин аҡырам! Былай ғына аҡырмайым, егеттәр, ә шатлыҡтан аҡырам! Байрам менән, атаң баштары тип аҡырам! Яңы йыл менән!

– Яңы йыл менән!

– Ә ни өсөн ике һылыуҡай?

– Сөнки! Сөнки блондинка яғынан аҡ энергия килә. Брюнетка яғынан – ҡара энергия! Сөнки баланс! Сөнки тигеҙлек! Сөнки шулайтһаң, арыу була!

Ильяс дуҫының бәйһеҙ хәбәренән ялҡты. Күп һөйләй ул юҡ-барҙы. Бисә-сәсә мәсьәләһендә Руслан бит ул төп "белгес". Егет уға һоҡланып та ҡуя. Эх, Русландың тәжрибәһе, дәрт-дарманы уға ла йоҡһон ине, тамсы ғына булһа ла! Юҡ шул. Хәйер, Ильястың үҙенең дә дәрт-дарманы етерлек. Тик ҡыҙҙар менән аралаша белмәй. Ояла. Унан да бигерәк – тотлоға. Быныһы инде бала саҡтан килә...

Офистан сығып, тәмәкеһен тоҡандырҙы. Тартыуын артыҡ тартмай, фәҡәт шаяра ғына. Көнөнә өс сигареттан да арттырғаны юҡ. Рәхәт тышта, саф һауа. Көмөш тәңкә булып һирәк ҡар бөртөктәре төшә. Моңһоулыҡ, һиллек хөкөм һөрә. Үткенселәр юҡ кимәлендә. Яңы йылға ун бер сәғәт самаһы ваҡыт ҡалды. Яратмай был байрамды, сөнки һәр саҡ япа-яңғыҙы ҡаршылай. Аралашыр туғандары ла, ғаиләһе лә, Русландан башҡа дуҫы ла юҡ. Руслан менән өс-дүрт йыл элек мәжлестә бергә ултырғайнылар, ғәҙәтенсә тоҙһоҙ хәбәр һөйләп тәңкәгә тейгәйне. Быйыл ана пландары икенсерәк, һайрауына ҡарағанда. Бик яҡшы.

Бухгалтериянан ҡыҙҙар күренде. Береһе, исеме Лиля, ул ойошмала яңыраҡ эшләй башлағайны, егеткә яҡынайҙы. Тулы ғына кәүҙәле, тумалаҡ йөҙлө матур ҡыҙыҡай. Һәр саҡ ялтыр-йолтор кейемдәр кейеп, сағыу биҙәнеп йөрөй. Ильясҡа битараф түгел кеүек. Уртаса буйлы таҙа ғына шаҙрараҡ егетте әллә ҡайҙарҙан шәйләп ҡала, ҡояштай балҡып, һәр саҡ һаулыҡ һорашып үтә. Теге аҙнала эштән һуң эргәләге магазинда тап иткәйне, автобус туҡталышына тиклем ҡыҙҙың ауыр сумкаһын күтәрешеп барҙы. Лиля ярһып-ярһып психология буйынса нимәлер һөйләй башлағайны ғына –“Ә һин беләһеңме, Фрейдтың шәхес мотивацияһы тураһындағы теорияһы бөгөн яңырыу осоро кисерә! Эйе-эйе, Краковский, поляк психологы, ну һин уны беләһең, былай тей бит... Ней тей...” – автобусы килде лә ултыртып алып китте. Башҡаса яҡындан аралашҡандары юҡ. Бына әле сигаретын ҡабыҙырға ут һорай. Рәхим итегеҙ! Шыҡ иттереп зажигалка төймәһенә баҫты, ҡош телендәй генә ялҡыны йылп итеп ҡалды. Ҡыҙ нимәлер әйтергә ауыҙын асҡайны ғына, һөрлөгөшөп офистан ир-ат килеп сыҡты. Ҡыҙмаса инеләр, береһе шундуҡ Лиляны эләктереп алды. Алды ла яуырынан ҡосаҡлап теге осҡа алып китте. Бына шулай, егетебеҙ йәнә ауыҙын асып тороп ҡалды. Үҙе ғәйепле! Ул хәбәрен һөйләгәнсе ҡуян ҡойроғо ергә етә. Бер уйлаһаң, ғәйебе лә юҡ, тотлоға бит.

– Эх, һин! Бешмәгән! Нишләп тотмайһың шул Лиляны? Күрмәйһеңме ни, һин уға оҡшайһың, атаң башы!

Ҡыҙарынып- бүртенеп дуҫы килеп еткәйне. Баяғы әңгәмәһенең тәьҫиренән сығып бөтмәгәйне әле.

– Эргәңдә генә һыу һөлөгөндәй ҡыҙҙар йөрөй! Ә һин йондоҙ, юҡ, себен һанап йөрөйһөң, атаң башы!

– Һа-һа-һанамайым.

– Һанайһың шул, атаң башы! Һанайһың!

Ми..ми-миңә ҡыҙҙар ҡа-ҡа-ҡарамай шул...

– Ҡарамай шул! Ҡарамай,әлбиттә! Ә нисек ҡараһын, әгәр ҙә һин улар менән танышмайһың икән? Таныш түгел егеткә улар нисек ҡараһын да, улар нисек яратһын? Маньяк мәллә улар сит-ят кеше менән ҡултыҡлашып сығып китергә? Үәт әй, атаң башы!

– Танышҡан бар ҙа ул...

Ысынлап та Ильястың ҡыҙҙар менән танышып ҡарағаны аҙ булманы. Социаль селтәрҙәрҙә, Интернет аша. Кемдәр генә яҙманы уға: йәше лә, ҡарты ла тигәндәй. Бер мәл хатта Африканан электрон хат килеп төштө. Ливиялағы ҡасаҡтар лагерында йәшәп ятыусы төҫ-башҡа арыу ғына негр ҡатынҡай яҙған ине. Өсөнсө хатында уҡ Рәсәй кешеһенә, атап әйткәндә нәҡ уға, Ильясҡа ғашиҡ булыуы һәм тормошҡа сығырға теләүе хаҡында бәйән итте. Нисек тә булһа һуғыш барған төбәктән ысҡыныу ине, күрәһең, ниәте. Башҡалар ҙа ҡалышманы. Фотолағы килбәт-ҡиәфәттәре арыу ғына, яҙғандары ла күпселек осраҡта бик тә аҡыллы, бик тә мәғәнәле кеүек. Үҙе лә матур-матур хаттар яҙҙы. Скайпта ла аралашты. Биш-алты мәртәбә осрашыуға барҙы. Тик виртуаль фәрештәләрҙең береһе лә оҡшаманы. Кемдер үтә һөймәлекһеҙ (күрәһең, “аватарка” өсөн фотоны әхирәтенән алып торғандыр, үтескә), кемдер үтә нәфселе ("ҡайҙа эшләйһең, күпме алаһың, машинаң ниндәй, фатирың бармы"?), ә кемгәлер үҙе оҡшаманы (“Йәш кеше! Мин бик шат булдым танышыуыма! Әлегә ашығам, апайымдың туған көнө. Мотлаҡ шылтыратырмын!” Һәм вәссәләм!). Ялған донъя ине был, селтәрҙәге танышыуҙар донъяһы.

Бер мәл Сәнғәт училищеһы туҡталышында автобусҡа сибәр генә ҡыҙ килеп инде. Ҡулында сәскәле пакет, яуырыны аша кескәй сумкаһын аҫҡан, үҙе кеҫә телефонынан йыр-моң тыңлап бара. Ильястың кәйефе бик шәп ине. Эш көнө күптән тамамланғайны, әммә июнь ҡояшы яңы-яңы ғына байыуға тартҡан, тирә-йүн йәшеллеккә күмелгән, тирәктәрҙең йомшаҡ мамығы оса. Көмөш таҫма булып талғын ғына Ағиҙел ағып ята. Эйе, шәп ине кәйефе. Фирмаға урынлашҡандан һуң (Русланға рәхмәт, ул тырышты), тәүге эш хаҡын алып ҡайтып барыуы ине. Тос ҡына эш хаҡын тип өҫтәргә кәрәк! Теге ҡыҙҙың ауырлы икәнен күреп ҡалды ла, урынынан һикереп килеп торҙо:

– Ул-ул-ул-тыры-ғыҙ!

Ҡыҙ ишетмәне. Музыкаһына мөккибән киткән. Ултырыр урындар булмаһа ла, халыҡ күп түгел. Иҫке автобус биҙгәк тотҡандағылай ҡалтырана-ҡалтырана алға бара. Был бисара иһә көскә баҫып тора. Ильястың күңелендә наҙлы тойғолар уянды. Хыял ҡошо ҡанат ҡаға башланы. Бына ул ҡыҙ (әллә ҡатын тип әйтергәме?) уға боролоп матур итеп йылмая, оялып ҡына рәхмәт белдерә. Бергә автобустан сығалар, Ильяс оҙата бара. Тегеһе үҙенең ауыр тормошон бәйән итә. Эйе, ул ауылдан килгән, эйе, фатиры ла юҡ, эше лә юҡ. Өҫтәүенә, егетенән алданған, ә ул ҡәбәхәт Себер олаҡҡан. Ильяс кеүек ул да бөтә донъяла япа-яңғыҙы... Телефонын һорап ала, ҡайтып еткәс иһә шылтыратып ебәрә... Тегенең яуырынына һаҡ ҡына ҡағылып, йәнә тәҡдимен ҡабатланы:

– Рә-рә-хим итеп ул-ул-тырығыҙ!

Ҡатынҡай әйләнеп ҡараны, ҡолаҡсындарын систе, уларҙан "тимер" музыка яңғырай ине. Һәм көтмәгәндә матур күҙҙәрен аҡайтып, ажғырып ебәрҙе:

– Нимә-ә-ә? Ултырығыҙ? Әбейме әллә мин һиңә?

Ильястың битенә шап килтереп бәрҙеләрме ни? Тамам ҡойолоп төштө:

– Һеҙ, һеҙ бит...ау-ау-ыр-лы!

– Кем ауырлы? Придурок!

Пазик ҡыҙыл ут алдында туҡтағайны, ҡатын ишекте астырып төшөп ҡалды. Аҫҡа, кафелар теҙелгән яр буйына ыңғайлағайны. Был әңгәмәнең шаһиты булған ҡатын-ҡыҙ геү килде. Ир-аттан айырмалы рәүештә улар, бисә-сәсә, бик иғтибарлы. Айырыуса бер-береһенә бик иғтибарлы. Һәммәһен дә күреп, һәммәһен дә белеп, һәммәһен дә "теркәп" баралар.

– Ауырлы түгел ул! Үҙе шулай!

– Ни-ни-сек?

– Шулай! Ҡап ҡорһаҡ!

Икенсе юлы дуҫтары менән төнгө клубҡа килгәйнеләр. Иптәштәре тартырға сығып китте, ә Ильяс ултырған йомшаҡ диванға йәш кенә сибәркәй килеп ҡунды:

– Мөмкинме?

Егеткә ҡарап йылмайҙы, унан ҡараштарын ситкә алды. Беҙҙең геройҙың тәне зымбырлап китте, булмышын сикһеҙ тулҡынланыу солғаны. Шәп ине ҡыҙыҡай, йәшкелт күҙҙәрендә ниндәйҙер саҡырыу, хатта дәртлерәк ҡыланырға өндәү сағылып киткәндәй ине. Бер ни тиклем ваҡыт икеһе ике яҡҡа ҡарап һүҙһеҙ ултырҙылар, унан бейеү көйө яңғыраны һәм Ильяс барлыҡ ихтыярын йыйып телгә килде:

– Һеҙҙе бе-бе-бе...бе-бе-бе...

"Һеҙҙе бейергә саҡырырға буламы"? – тип кенә һорамаҡсы ине. Тик ана шул сикһеҙ тулҡынланыуы арҡаһында һарыҡ һымаҡ "бэ-э-лдәп" алды ла китте.

– Бе-е-е...

Ҡыҙ башта йылмайып ебәрҙе, күрәһең егетте шаярта тип уйланы. Унан йөҙөнә сәйерһенеү, унан ҡурҡыу, иң аҙаҡ, хәлен аңлағас, йәлләү ғәләмәте сыҡты. Ильяс ҡып-ҡыҙыл помидор төҫөнә керҙе. Мәгәр ер тишеге асылһа, уйлап та тормаҫтан йылп итеп инеп китер ине. Ҡыҙҙы ерән һаҡаллы бер әзмәүер эйәртеп алып китте. Ильяс бахыр бәҙрәф бүлмәһенә инеп үҙ-үҙен сикәләне, был уның ауыртыныу, үҙ-үҙен язалау аша тетрәнеүҙән ҡотолорға маташыуы ине:

– Мә һиңә! Мә һиңә, быҙау! Мә һиңә!

Шул хурлыҡтан һуң Ильяс ҡыҙҙар менән танышыу түгел, уларға яҡын барырға ла ҡурҡа. Әлбиттә, Лиля менән еңелерәк, ул таныш ҡыҙ, ни тиһәң дә көн һайын күреп йөрөй. Үҙе лә ыңғай күренә. Тик хыял иткән мөхәббәте ул түгел. Хыялдағы мөхәббәте бөтөнләй икенсе...

Зәңгәр шыршылар үҫкән аллея буйлап илаһи зат килә. Бик һылыу ҡыҙ ул. Уның осҡон сәсеп торған яҡты күҙҙәре менән йондоҙҙар, ә нурлы йөҙө менән фәҡәт ай ғына тиңләшә ала торғандыр. Яуырынына һибелгән сәстәрендә ҡар ынйылары уйнай. Бына ул серле йылмая, шул саҡ битендә уймаҡтай ғына шаян соҡорсоҡтар хасил була, ҡабарынҡы ирендәре араһынан ап-аҡ тештәре балҡып китә. Наҙлы ғына йомшаҡ ел алһыуланып киткән йөҙөн иркәләй. Был ҡыҙ уның буласаҡ ҡатыны, мәңгелеккә ҡауышҡан берҙән-бер хәләле. Улар йылға ярында, бик хозур урында торған йортта оҙон-оҙаҡ бәхетле тормош кисерәсәк.

...Киске шәфәҡ офоҡто ҡыҙғылт-һары төҫтәргә мансыған, йылғанан еләҫ ел иҫә. Ҡоштар һайрай, зифа ҡамышлыҡтар араһында нимәлер шап-шоп килә. Ҡыр өйрәгелер, моғайын, бәлки суртан-фәләндер. Инде һаҡауланған кәкүк саҡыра. Ирле-ҡатынлы икәү болдорҙа ултыра. Ауыр эш көнөнән һуң ял итәләр. Һуңғы ҡояш нурҙарында алтындай балҡыған еҙ самауыр тора.Ҡараштары алыҫта күгелйемһерәгән тау армыттарына төбәлгән. Ишек алдында тарбаҡай тирәктәр, шыршылар үҫә, йәшел сирәмдә ике сабый уйнап йөрөй. Улар донъялағы иң бәхетле кешеләр, уларҙың барыһы ла бар. Улар йәштәр, һау-сәләмәттәр, улар бергә.

Әкиәти был ҡыҙ Ильястың күптәнге хыялы, төшөнә инеп илһамландырған, күңелен ҡоштай талпындырған, болотһоҙ ап-аяҙ, зәп-зәңгәр үрҙәргә әйҙәгән мөхәббәте. Хыялдағы мөхәббәте. Тилмереп көтә уны, тик әлегәсә осратҡаны юҡ. Ҡайҙарҙан ғына эҙләмәй уны – урамда ҡаршы килгән ҡыҙҙар йөҙөндә лә, тынсыу маршруткалар ҡараңғылығында ла, тал-тирәкле һыу буйҙарында ла, ҡояш нурына күмелгән, хуш еҫле үләндәр үҫкән йәйге аҡландарҙа ла... Хыялдағы ҡыҙ бер ҡайҙа ла юҡ. Моғайын, ул ерҙә түгел, ә бәлки, буй еткеһеҙ бейеклектә, зәңгәр болоттарҙан да өҫтәрәк, айҙа ғына йәшәй торғандыр? Бер мәл Русланға ла сискәйне серен, тегеһе көлөп кенә ҡуйҙы:

– Тимәк, ал елкәнле карап көтәһең! Ассоль, блин! Әкиәткә ышанаһың, атаң башы! Улай булмай ул, атаң башы! Сөнки унда, әкиәттә, капитан Грей килә бит ҡыҙҙы эҙләп! Ассоль түгел! Үҙең эҙлә хыялыңдағы ҡыҙыңды! Ятма йоҡлап, үртәнеп аһ та уһ килеп!

Бер әйтте, берәгәй әйтте дуҫы. Егетебеҙ шул һөйләшеүҙән хәтере ҡалып, арыуыҡ ваҡыт үпкәләп йөрөнө. Эйе, ҡаты әйтте. Ҡаты һәм дөрөҫөн әйтте. Тик унан ғына еңелерәк түгел шул.

3

Сәғәт берҙәр тирәһендә, төшкө тамаҡ еткәс, Руслан дуҫын яҡындағы кафеға алып китте. Шәп кенә бер ҡыҙ менән таныштырам, ти. “Нимә-ә-ә? Кәрәкмәй? Нисек инде кәрәкмәй, атаң башы! Кәрәк! Яңы йылды кем менән ҡаршыларға итәһең? Тағы ла бер үҙең ултырырға уйлайһыңмы йүләр һымаҡ? Юҡ, улай бармай”. Кеҫә телефонынан шылтыратып ебәрҙе:

– Тамара, йәнем, сәләм! Мин-мин! Эйе-эйе, һине лә Яңы йыл менән! Ун минуттан килеп етәм! Дуҫым менән! Теге юлы әйткәйнем бит әле. Эйе-эйе, шул! Ҡыҙҙы әҙерләй тор! Эйе-эйе, шулайтып! Һин беләһең инде, һа-һа-һа!

Кафела халыҡ күп түгел. Ишеккә яҡын өҫтәлде студенттар биләгән. Уларҙан арыраҡ махсус эш кейемендәге ирҙәр шау-шыу килә, һыра һемерәләр. Береһе туҡтауһыҙ сиҡаҡлай, күрәһең, артығыраҡ тейәгән. Мөйөштә тағы ла өс-дүрт кеше күренә. Касса артында утыҙ-утыҙ биш йәштәрҙәге әрмәнме-грузинмы милләтле күркәм генә ханым ултыра. Русланды күргәс, йөҙө ҡояштай балҡып китте, бөҙрә сәстәрен бармағы менән тараштырып, күперткеләп алды, алъяпҡыстарын тартҡыланы, йылтыр күҙҙәрендә шаян сатҡылар ҡабынды. Тауышы мыйылдап сыҡты, ғөмүмән, май сүлмәге янында өйөрөлөүсе бесәй фиғеленә инде. Руслан да уйынсыҡлап сәләмләне. Һис кәмендә былар бик яҡшы таныштар, тигән тәьҫир ҡалды Ильяста. Ҡатын янбаштарын бәүелдереп ҡаршыға ашыҡты. Руслан менән баҫалҡы ғына иҫәнләшкән булы, эштә бит ни тиһәң дә, иң алыҫ мөйөштәге аулаҡ урынға ултыртты. Был ВИП-әҙәмдәр өсөн өҫтәл, тип әллә шаяртты, әллә ысынын әйтте дуҫы. Тамара йүгереп йөрөп салат, тәрилкәләрҙе тултырып тауыҡ ашы, икенсе блюдоға былау алып килде.

– Уй, Русланчик, миңә яңы "ашаусы" алып килдеңме? Был егетте күргәнем юҡ шикелле.

Нәҡ шулай тип мәҙәк кенә әйтте – "ашаусы". Ильястың күҙ алдына ҙур ҡалаҡ тотҡан, ҡап ҡорһаҡлы, сүлмәк ауыҙлы убыр килеп баҫты. “Ашаусы”! Руслан майлы күҙҙәрен ҡатынға төбәп, серле йылмайҙы:

– Эйе, Тамара йәнем, яп-яңы "ашаусы"! (Ошо урында күҙ ҡыҫты) Бонусы булыр тип ышанам! Һеҙ бит яңы ғына асылдығыҙ, ашаусылар бик кәрәк!

– Ниндәй бонус ул тағы?– Ҡатын уҫал төҫкә инде, тик күҙҙәре генә көлә ине.

– Нисек инде ниндәй? Бына, мәҫәлән, мин бөгөн Яңы йылды япа-яңғыҙым ҡаршылайым! Япа-яңғыҙ, ишетәһеңме?

– Ишетһәм, шунан нимә? Минең ни ҡыҫылышым? – тигән булды тегеһе тимер тауыш менән.

– Миңә лайыҡлы компания кәрәк, аңлайһыңмы? Минең дуҫҡа ла кәрәк! Теге һинең менән эшләгән ҡыҙ бар бит әле... Ларисамы әле?

– Туҡта, башта әйт! Минән һиңә ниндәй бонус кәрәк?

– Ниндәй тип инде... – Руслан ҡатынды йомшаҡ биленән эләктереп алды. Тегеһе баҫалҡы ғына сай иткән булды, тирә-яғына ҡаранып алды, унан йылп итеп ысҡынды ла ҡаршылағы ултырғысҡа ҡунаҡланы. Ильястан уңайһыҙланыуы ине, башҡаларға был яҡ күренмәй.– Тамарочка, беләһең бит, мин яңғыҙым йоҡларға ҡурҡам. (Ильясҡа ҡарап күҙ ҡыҫып алды. Йәнәһе өйрән, салага!).

Тамара быларға ҡул һелтәп, аш бешереү бүлегенә инеп китте. Биш-алты минуттан Лариса күренде. Ябыҡ ҡына егерме биш йәштәрҙәге ҡыҙ. Матур тип тә, үтә йәмһеҙ тип тә әйтеп булмай. Ҡәҙимге бер ҡыҙ инде, бары тик үтә сағыу биҙәнгән. Ильясҡа бер һирпеп ҡараны ла бушаған ҡашығаяҡты йыя башланы. Ашыҡмай ғына өҫтәлде һөртөп алды, кирегә китте.

– Шунан, нисек? – Руслан дуҫына баҡты. Тегеһе өндәшәмәй генә яуырынын һелкеп ҡуйҙы. Әлләсе...

– Атаң башы! Һиңә әллә хан ҡыҙы кәрәкме? Бер кискә ярамаймы ни?

– Юҡ, мин...мин...

– Һин-һин, иҫәүән!

Йәнә тос янбаштарын уйнатып Тамара килеп етте. Сәй шәшкеләрен ултыртты, алдарына печенье тәрилкәһен ҡуйҙы:

– Тамара, минең дуҫҡа әхирәтең оҡшап ҡалды бит әле! Бөгөн кис, ана, осрашыуға саҡырам тип тора, – Руслан ярайһы уҡ мәғәнәһеҙ һүҙ башланы. Әлеге осраҡта, әлбиттә, йәштәрҙең үҙҙәренә һөйләшеп килешергә кәрәк ине лә бит. Тик Ильястан булмай инде ул. Тамара вайымһыҙ ғына өндәште:

– Лариса бөгөн саҡырылған! Бер ҡайҙа ла йөрөмәй! Һинең дуҫҡа оҡшағандыр ҙа бит...

Был егеттең йөҙөнә лас төкөрөү менән бер ине. "Һинең дуҫҡа оҡшағандыр ҙа бит..."Хатта ала-сола буянған зауыҡһыҙ, юҡ, шөҡәтһеҙ бынау “тәлмәрйен” дә унан баш тарта. Ул бер кемгә лә кәрәкмәй. Ул барыһы өсөн дә үкһеҙ етем! Приют балаһы! Шул ғына! Ул бөтә донъяла яңғыҙы! Ильяс бик ныҡ ғәрләнде, кескәй сағынан йыйыла килгән үпкәләре йөҙөнә бәреп сыҡты. Дуҫына ҡарата асыуы күркә кикерегендәй ҡабарына башланы, шайтаныма кәрәк инеме был әкәмәт? Руслан уның абруйын һаҡлап тиҙ генә һөжүмгә күсте:

– Шаяртам, Тамарочка йәнем, шаяртам! Минең дуҫ бик етди кеше! Ул урамда ла, кафела ла, төнгө клубта ла танышмай!

– Аңлашылды, ханым-солтаным! – Тамара кинәт боролдо. – Ә теге бонус тураһында ауыҙыңды ла асма! Мин дә бөгөн саҡырылғанмын!

Урамға сыҡҡас, егеттәр тәмәке тоҡандырҙы. Дуҫы алдында үҙен ғәйепле тойған Руслан кинәт ҡатын-ҡыҙҙарҙы һүгә башланы. Йәнәһе, ҡайғырма, ҡартлас, уларҙың башында ниндәй уйҙар ҡайнағанын берәү ҙә белмәй. Ҡатын-ҡыҙ бер төрлө уйлай, икенсе төрлө һөйләй, өсөнсө төрлө эшләй ҙә, дүртенсе төрлө фекер туплап ҡуя. Руслан ғәҙәтенсә һүҙ бутҡаһы бешерә башланы. Унан кинәт өнө тығылды, тәү тапҡыр күргәндәй Ильясҡа төбәлеп ҡатып ҡалды. Башында йәнә ниндәйҙер хәтәр шәп план ярала ине буғай...

4

Сәғәт биштәргә тиклем Ильяс компьютер экранынан баш күтәрмәне. Төп эшенән тыш, ә ул программист, бәләкәй генә "шабашка" тапҡайны. Айырым кешеләргә шәхси сайттар эшләй. Урта һәм оло йәштәге яҙыусылар, шағирҙар, пенсиялағы элекке арҙаҡлылар менән эш итә. Аҡмаһа ла, тамып тора. Хеҙмәт хаҡы артыҡ ҙур түгел, әммә квартал һайын мул ғына премия эләгә. Быйыл көрсөк тиһәләр ҙә, йыллыҡ “ҡалъя” ла бирҙеләр – 53 мең! Хәҙер уның картаһында 270 мең тәңкә аҡса ята!

Халыҡ йәнә берҙе шау-гөр итте лә, “һә” тигәнсе таралып та бөттө. Бөгөн бит байрам, Яңы йылға әҙерләнергә кәрәк. Ильяс тағы компьютер алдына сүгәләне. "Бәйләнештә" сайтына инеп, таныш-тоноштарға ҡотлау хәбәрҙәре ебәрҙе. Үҙенә лә армиялағы хеҙмәттәштәренән, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙән, мәктәптә һәм колледжда бергә уҡыусыларҙан байтаҡ яуап-сәләмдәр килеп ҡунды. Күптәр йырыҡ ауыҙлы, танауһыҙ-ҡолаҡһыҙ "смайликтар" ебәреү менән генә мөрхәтһенде. Бөтәһе лә ашыға, бөтәһе лә һуңғы хәстәлектәрен теүәлләй, алда байрам бит. Кемгәлер байрам...

Эш телефоны шылтыраны. Трубкала кемдеңдер мышнағаны ғына ишетелеп ҡалды ла ҡыҫҡа ауаздар китте. Яңылыш эләктеләр, күрәһең. Буш коридорҙа ниндәйҙер ир ауыр баҫып үтте. Ишектәр асылды, ябылды. Тауыштар йәнә тынды.

Ильяс бүлмәләге утты һүндерҙе. Тәҙрә алдына килеп баҫты. Тышта зәңгәрһыу тынлыҡ хөкөм һөрә. Күп ҡатлы йорттар тәҙрәһендә бер-бер артлы уттар ҡабына башланы. Төрлө төҫтәр балҡытып байрам шыршылары тоҡанды. Эх, бар бит донъяла бәхетле кешеләр... Бөтә ғаиләләрҙә лә нәҡ ошо минуттарҙа хужабикәләр байрам табыны әҙерләй торғандыр. Ир-ат кескәй балалары менән шыршы биҙәү менән мәшғүлдер. Телевизорҙа элекке матур фильмдарҙы күрһәтә торғандарҙыр. Фатирҙа тәмле аш еҫе тарала торғандыр... Барыһы ла байрам көтә, барыһы ла байрам кәйефе менән йәшәй. Киләсәккә өмөттәр бағлап, матур ниәттәр ҡора. Ғашиҡтар ҙа нәҡ ошо минуттарҙа фәҡәт икәүһе өсөн генә табын әтмәләйҙер. Ильястың йөрәген бысаҡ менән телделәрме ни.

Ҡасандыр ғәзиз әсәһе уны саң һурҙырғыстан тороп ҡалған ҡатырға ҡумтаға төрөп һалған. Һалған да район дауаханаһының болдорона ташлап киткән. Барлыҡ ғүмер юлын ябай ғына һүрәтләргә мөмкин. Ҡатырға ҡумта – дауахана – приют – балалар йорто – Интернат – колледж – армия – фирма. Бер туғаны ла, йөрөгән ҡыҙы ла ғаиләһе лә юҡ. Япа-яңғыҙы. Утыҙ бер йәшлек буйҙаҡ... Өйгә, дөрөҫөрәге, айына ун биш мең түләп йәшәгән ҡотһоҙ фатирға ҡайтҡыһы килмәй. Унда бушлыҡ, унда моңһоу тынлыҡ, унда яңғыҙлыҡтың һары һағышы... Әлбиттә, бер-ике танышы саҡырҙы ла бит байрам мәжлесенә. Ләкин ниңәлер күңеле тартмай.

6

Сәғәт етенсе киткәндә компьютерҙы һүндерҙе. Хуш, бүлмәм, бер йылдан һуң күрешербеҙ. Асҡысты вахтала ҡалдырҙы, һаҡсы менән хушлашты ла, урамға атланы. Фатиры алыҫ түгел, ашыҡмай атлаһа, ҡырыҡ-ҡырыҡ биш минуттан ҡайтып етәсәк. Юлы ҡала паркы аша үтә. Яңы йылға тиклем алты сәғәттән дә кәмерәк ваҡыт ҡалды. Иҫ китмәле хозур кис. Тирә-йүнде зәңгәрһыу ҡараңғылыҡ биләгән. Күңелдә күптәнге йыр тибрәлә.

Өфө урамдары буйлап

Һинең хаҡта уйлап

Үтә йылдар, үтә айҙарым...

Үтә минең йылдар,

Алыҫ әле яҙҙар,

Яҡынаймай беҙҙең аралар...

Талғын ғына ҡар яуа. Фонарҙар яҡтыһында ынйылай йондоҙсоҡтар йымылдай. Саф һауа ярһыған булмышын тынысландырғандай булды, һағыштары таралды, күңеле ниндәйҙер мөғжизә көтөүҙән елпенә башланы. Һәм мөғжизә көттөрмәне.

...Зәңгәр шыршылар үҫкән аллея буйлап илаһи зат килә ине. Бик һылыу ҡыҙ ул. Осҡон сәсеп торған күҙҙәренән йондоҙҙар көнләшә, нәфис йөҙөнән нур бөркөлә. Яуырынына һибелгән тулҡын-тулҡын сәстәрендә ҡар ынйылары уйнай. Йылмайып ебәрһә, битендә уймаҡтай ғына шаян соҡорсоҡтар хасил була һәм шул мәл ҡабарынҡы ирендәре араһынан ап-аҡ мәрйен тештәре балҡып китә. Ул ҡыҫҡа тун кейгән, зәңгәрһыу джинсыларҙа, аяғында бейек үксәле ҡупшы итек. Әкиәти был ҡыҙ Ильястың күптәнге хыялы, төшөнә инеп илһамландырған, күңелен ҡоштай талпындырған һәм ап-аяҙ, зәп-зәңгәр болотһоҙ үрҙәргә әйҙәгән мөхәббәте. Ҡул етмәҫлек, уй ғына етерлек бейеклектәге ғәжәйеп саф мөхәббәте. Һәм ул төшөндә түгел, өнөндә, ҡаршыһында хасил булды.

Ҡыҙ торған һайын яҡынлашты, ә Ильясты иһә бығаса булмаған тулҡынланыу, сикһеҙ әҫәрләнеү хисе солғап алды. Нисек, нисек кенә туҡтатырға, нисек кенә һүҙ ҡатырға икән был илаһи затҡа? Нисек? Ғөмүмән, төшөммө был, өнөммө? Йөрәге дөп-дөп һуға башланы. Уғаса ҡыҙ егеткә килеп тә етте, һөрмә тартылған ҙур күҙҙәрен күтәрҙе, утлы ҡарашы беҙҙең геройҙы йәшендәй телеп үтте... Нимә тип һүҙ башларға? Ҡыҙ тамам бәлтерәп төшкән егеткә тиңләште, йәнә бер һораулы ҡараш ташланы ла... уҙып китте. Эх! Асығауыҙ! Тамам кәйефе ҡырылған Ильяс бер-ике аҙым атлап та өлгөрмәне, арттан тауыш ишетелде:

– Ғәфү итегеҙ, йәш кеше! Һеҙҙең тартырға булмаҫ микән?

О мөғжизә! Ҡыҙыҡай, хыялдағы мөхәббәте, өндәшә ине уға! Ильяс тертләне, елп итеп әйләнеп ҡараны. Үҙе лә һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрҙе:

– Әл-биттә, бу-бу-лыр! Хә-хә-ҙер!

Кеҫәһенән “Парламент” ҡабын килтереп сығарҙы. Шунан ҡатын-ҡыҙҙарҙың еңелерәк тәмәке тартыуын иҫенә төшөрөп, ашығып өндәште. Ғәжәп, ләкин тотлоғоуы кәмей төшкәндәй булды:

– Мин хә-хә-ҙер киоскка барып киләм! Кө-кө-төгөҙ! "Кент" тарта-һы-ғыҙмы?

Хыялдағы ҡыҙ сыңғырҙатып көлөп ебәрҙе. Йә мөғжизә! Әйтерһең дә көмөш батмусҡа көмөш тәңкәләр сәсеп ебәрҙеләр! Сикһеҙ һөйкөмлө ине был ҡыҙ, уның фәрештәһе!

– Юҡ -юҡ, кәрәкмәҫ ине! Мин былай ғына әйттем!

" Мин былай ғына әйттем"! Ильястың шаҙрараҡ йөҙө ҡояштай балҡыны. “Мин былай ғына әйттем”! Тимәк ҡыҙ уны туҡтатыу өсөн генә тел ҡатҡан! Юрамал! Тимәк, ул уға оҡшай! Оҡшайҙыр? Моғайын, оҡшайҙыр? Мөғжизә дауам итте.

– Мин китапханаға китеп барам. Анау яҡҡа.

Ҡыҙ алға ҡарап ҡул һелтәне. Ҡыҙыҡ, Яңы йыл кисендә ниндәй китапхана икән?

– Юҡ, китапхананың үҙенә түгел инде. Шул яҡҡа...

Ильяс, әлбиттә, үҙенә бирелгән мөмкинселеккә ике ҡуллап йәбеште.

– Эйеме? Миңә лә шул яҡҡа кәрәк бит!

Әлбиттә, ни өсөн улайһа, ҡапма-ҡаршы яҡҡа китеп бараһығыҙ, тип һораһалар, егетебеҙ бер ни ҙә әйтә алмаҫ ине. Тик хыялдағы мөхәббәте (уны нәҡ шулай ҡабул итә ине) бик еңел ризалашты:

– Әйҙәгеҙ улайһа, бергәләп.

Егетте ҡултыҡлап алды. "Тайғаҡ, блин..." Урыны-урыны менән ысынлап та тайып киткеләне. Шул саҡта бармаҡтары менән Ильястың беләген ҡымтып-ҡымтып алды. Үҙенән затлы хушбуй еҫе килә. Егетебеҙ иһә был тиклем ләззәттән башы әйләнеп, һүҙ ҡатырға ла ҡыймай килә ине. Төшөммө был, өнөммө? Тиҙҙән ер аҫты юлынан сығып, Зәки Вәлиди исемендәге республика китапханаһына килеп еттеләр. Бында ла урам фонарҙары яна, һауанан көмөш ҡар бөртөктәре һибелә, йомшаҡ юрған булып ергә йәйелә. Хуш киләһең, Яңы йыл! Яңы бәхет, яңы ырыҫ алып киләһең! Мөхәббәт алып киләһең, хыялдағы мөхәббәтте!

– Ҡарәле, исемең кем һинең? Һин шундай скромный...

Мин...Мин Ильяс.

– Ә мин Фирүзә! Фая тиһәң дә була!

– Фи-рү-зә! Матур исем.

Ҡыҙ кинәт уның ҡаршыһына сығып баҫты. Күҙҙәре йондоҙҙай яна ине:

– Ильяс! Ә һин ҡайҙа йәшәйһең?

Мин...мин "Йәшел сауҡалыҡта". Бынан алыҫ түгел...

– Әйҙә һиңә! Яңы йылды бергәләп ҡаршыларбыҙ!

Ильяс баҙап ҡалды. Ҡолағына ишетеләме? Был ҡыҙ, хыялдағы мөхәббәте, нәҡ ул теләгәнсә, нәҡ ул хыялланғанса эшләй ине.

– Әйҙәгеҙ һуң! Мин бик-бик шат булырмын!

– Киттек! Ана такси! Такси! Такси!

Пушкин урамында күкһел-ҡара "нексия"ны туҡтаттылар. Студент егет ултыра ине руль артында. Йомшаҡ ултырғыстарға сумып, ҡараңғы салонда бер-береһенә һыйынышып килделәр. Талғын ғына йыр яңғырай. Башҡортостан Радиоһында киске концерт бара. Томаланған тәҙрәләрҙә сихри ҡыш күренештәре. Урамдар бушап ҡалған, бөтә ерҙә байрам уттары яна. Совет майҙанындағы шыршы янында бала-саға, ата-әсәләр, бәхетле парҙар күренә. Шәп ине кәйефтәре! Ҡыҙ шым ғына радиолағы йырға ҡушылды:

Мин һине шундай һағындым,

Һиҙәһең микән шуны.

Аҡ бурандар аҙаштырһа,

Табырһың микән юлды?

Һин дә мине һағына ҡалһаң,

Ҡарама бураныңа.

Йыр булып килеп керерһең

Наҙ тулы йөрәгемә.

– Һеҙ бик матур йырлайһығыҙ – тип шаҡ ҡатты Ильяс. Ысынлап та яңы танышының, хыялдағы мөхәббәтенең, тауышы ғәжәйеп матур, ғәжәйеп моңло, күкрәктән сыҡҡан бәрхәт тауыш ине. Фирүзә уның беләген йәнә ҡымтып алды, үҙе ҡәнәғәт йылмайҙы:

– Беләһеңме, мин бит сәнғәт академияһын бөтөрҙөм, вокал бүлеген!

– Ә хәҙер ҡайҙа эшләйһегеҙ?

– Төрлө эштәрҙә, – Фирүзә артыҡ тәсфирләп торманы. Ильяс иһә артыҡ төпсөнмәне.

– Һин миңә аптырама, йәме? – Ҡыҙ ипләп кенә өндәште. Мин бөгөн егетем менән талаштым! ("Бына нимәлә икән хикмәт"... Ильяс хәсрәтле уйға ҡалды. Әммә шундуҡ үҙ-үҙен йыуатырға кереште. Ҡыҙ бит бөгөн йөрөгән егете менән түгел, ә нәҡ уның менән!). Шылтыратам-шылтыратам, телефонын алмай! Кәзә тәкәһе ул, белдеңме? Тфү уға! Төкөрҙөм!

Ильяс ни әйтергә лә белмәне. Әммә ҡыҙҙың егете менән талашыуын аҫтыртын ҡәнәғәтлек менән ҡабул итте. Уға дәғүәселәр кәрәкмәй. Яҡшы булған.

Килеп еттеләр. Фатир ишеген аса алмай байтаҡ этләнде. Ҡулдары ҡалтырай ине. Әйтерең бармы, уның торлағына тәүге тапҡыр ҡыҙ кеше инә! Ҡыҙҙың да ниндәйе бит әле! Хыялындағы һылыу, хыялындағы мөхәббәте! Фирүзә ҡыҫҡа тунын систе, ап-аҡ кофтанан ҡалды. Уныһы ҡыҙҙың ҡалҡыу түштәрен, нәҙек билен ап-асыҡ төҫмөрлөтә, һылыуҡайҙы тағы ла ымһындырғысыраҡ рәүешкә керетә инә. Йоморо янбаштарын, балтыр-аяҡтарын һығып ҡына торған зәңгәр джинсылары был ымһындырыуҙы тағы ла сағыуыраҡ ҡыла, ҡатын-ҡыҙ наҙына сарсаған егеттең өмөт-хыялдарын бермә-бер көсәйтеп ебәрә ине. Оҙон сәстәрен һелкеп алды ла, ә улары тулҡын-тулҡын булып арҡаһына һибелде, Фирүзә биҙәнә-төҙәнә башланы. Ҡатын-ҡыҙ шул инде, тауис ҡоштан артыҡ китмәгән, уға ла ҡанат-ҡауырыйҙарын һәр саҡ сағыу тотоу кәрәк. Ҡыҙҙың ҡуйы ҡара сәстәренән ләйсән ямғыр еҫе аңҡыны, был үҙе үк мөғжизә, үҙе үк сафлыҡ өлгөһө ине...

Ҡаурыйҙарын барлап-тарап бөткәс, Фирүзә ашыҡмай ғына фатирҙы байҡап сыҡты ("Классно һиндә! Ярты Өфө күренә"!), унан егетте магазинға йүгертте. Ҡулына байрам табыны өсөн кәрәкле аҙыҡ-түлек исемлеген яҙып тотторҙо. Ярты килограмм һарыҡ ите, дөгө, шыйыҡ май, кишер, һуған, йәшелсә-емеш, берәй һәйбәт шарап, татлы торт (“ҡарап ал, иҫкергән булмаһын!”)... Тамам йорт хужабикәһе төҫөнә кергәйне. Бәхетлеләрҙән бәхетле Ильяс ҡоштай талпынып сығып ысҡынды.

Фирүзә көйләй-көйләй ике төрлө салат әҙерләне, бишбармаҡ бешерергә тип ит һалды. Телевизорҙан йылдағыса “Шурик мажаралары”н күрһәтәләр ине. Совет заманының “Яңы йыл” фильмдарын күпме ҡараһаң да ялҡытмай шул. Буйҙаҡтың бөгөн балҡып торған торлағында бығаса булмаған күтәреңке кәйеф урынлашты. Сәғәт ундар тирәһендә Ильяс душ төшөп алды. “Яңы йылды ҡаршылар алдынан беҙ дуҫтарыбыҙ менән мунсаға барабыҙ”... Унан ванна бүлмәһенә Фирүзә инеп батты. Йәнә ун-ун биш минуттан ҡаты итеп саҡ ишек шаҡынылар.

– Ильяс, ас! Беҙ килдек!

Мәғәнәһеҙ әрепләшкән, көлөшкән тауыштар ишетелеп ҡалды. Асты ишекте. Абау! Ике ҡатынға аҫылынған Руслан дуҫы! Аяғында саҡ баҫып тора. Иртәнсәк эштә һөйләгән ике һылыуҡайы ошолар ине буғай. Оҙ-о-он сәсле брюнетка тигәне кафе хужабикәһе – ҡараҡай Тамара, ә блондинкаһы шаҡтай тотонолған, буялған сәсле бер ҡыҙ ине.

– Яңы йыл менән, атаң башы! Кем һиндә? – Руслан тупаҫыраҡ ҡыланды. Әммә ул ҡәҙәре иҫерек түгел ине.

– Ә һинең ни эшең бар? – Ильясҡа, билгеле, дуҫының хәбәре оҡшаманы. Тегеһе лә быны аңланы, шикелле, шундуҡ артҡа тайпылды. – Ярай, ярай! Бармы берәй нәмәң? Әйҙә, тотоп ебәрәйек!

– Рустик, беҙҙеке бар! – Әрмән бисәһе "Арарат" коньягын килтереп сығарҙы. Хужа аш бүлмәһенән рюмкәләр һәм колбаса теленгән тәрилкәне килтерҙе. Көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы табын түренә саҡырғыһы килмәне. Күңеле тартмай ине ниңәлер. Фирүзә янында булғанда башҡа бер кем дә кәрәкмәй.

Мөхәббәт өсөн!

– Саф мөхәббәт өсөн! – Ильяс был теләккә үҙенсә мәғәнә һалып өҫтәп ҡуйҙы. Руслан менән ялған блондинка был һүҙҙәрҙе ишетмәне лә, тик Тамара ғына турһайып алды. Ниңәлер Ильястан тартынған кеүек ул, быны кафелағы төшкө осрашыу ваҡытында ла һиҙә биреп ҡалғанйы.

Ҡунаҡтар сыҡты, шау-гөр килеп баҫҡыстан төшөп киткәндәре ишетелде. Руслан ике ҡат аҫтараҡ йәшәй. Тиҙҙән ванна бүлмәһенән биттәре алланып киткән Фирүзә күренде. Йөнтәҫ зәңгәр таҫтамалға төрөнгәйне. Еүеш сәстәренән баяғы яҙғы ямғыр һулышы килә.

Килеп сыҡты ла ҡулдарын сәпәкәйләп ҡысҡырып ебәрҙе:

– Шыршыҡай? Ә беҙҙең шыршыҡайыбыҙ юҡ! Шыршыҡайһыҙ Яңы йыл булмай!

Сабый бала кеүек ирендәрен бөрөп иламһыраған төҫкә инде. Килешә, бигерәк килешә ине уға! Һәр хәрәкәте урынлы, һәр ҡыланышы нәзәҡәтле. Шыршыҡай? Әлбиттә! Әлбиттә, йәшел ҡупшыҡайһыҙ байрам булмай!

– Хәҙер!

Егет уҡтай сығып атылды. Бая магазинға барғанда юл аша шыршы баҙарын күреп ҡалғайны, шунда ашыҡты. Һуңғы ике ағастың береһен эләктереп өлгөрҙө. Ошонда уҡ йылғыр бер әбей өсләтә арттырып Яңы йыл “тәтәйҙәр”е һата ине, уныһын да алды.

Көлөшә-көлөшә шыршыны ҡуйҙылар, гирляндаларын элделәр, ялтыр-йолтор таҫмаларын тарттылар. Бүлмәләге утты һүндереп, шыршыны ҡабыҙғайнылар, буйҙаҡтың 36 квадрат метрлыҡ шыҡһыҙ фатиры хан һарайына әүерелде лә ҡуйҙы! Әҫәрләнгән Ильяс тәҙрә янына килеп баҫты. Тышта сихри төн. Иҫке йылдың һуңғы сәғәте һуңғы минут-секундтарын юғалта-юғалта тарих төпкөлөнә сигенә. Бына уның сираттағы мәғәнәһеҙ йылы тамамлана. Оло бәхет менән тамамалана! Тәҡдир ғәлийәнәптәре ниһәйәт беҙҙең буйҙаҡты ла иҫкә төшөрҙө. Төшөрҙө лә бығаса булмаған мөғжизәне бүләк итте...

– Нимәләр уйлайһың?

Ҡыҙ һаҡ ҡына өндәште. Ильястың эсендә ниндәйҙер бер ялҡын ҡабынды. Һәм йылдар буйына йыйыла килгән, бығаса уртаҡлашыу тапмаған хистәре атылып сыҡты.

– Тормош тураһында...

– Тормош тураһында?

– Эйе, әйткәйнем бит, мин балалар йортонда үҫтем тип. Әсәйһеҙ, атайһыҙ, ағайһыҙ-ҡустыһыҙ, яңғыҙым үҫтем. Ваҡыты-ваҡыты менән ҡайһы бер малайҙарҙы уллыҡҡа алып ҡайтып китәләр ине. Уларҙан һуң беҙ, “үтмәгәндәр”, йәшерен генә илай инек. Сөнки улар беҙҙе алып ҡайтманы, сөнки ул иткеләре килмәне. Ә бит беҙ уларға ниндәй шәп малай булыр инек. Беҙ артыҡ, беҙ бер кемгә лә кәрәкмәйбеҙ, бары хөкүмәт бабайға ғына кәрәкбеҙ. Тик ул хөкүмәт бабайҙы күргәнебеҙ ҙә, уның менән һөйләшкәнебеҙ ҙә, уға иркәләнгәнбеҙ ҙә юҡ. Ул Мәскәүҙә йәшәй, тинеләр. Бер мәл, етенсе синыфта, беҙҙе Уралтау төпкөлөндә ятҡан алыҫ районға алып барҙылар...

Ильяс күҙҙәрен йомдо. Бала саҡ хәтирәләре ап-асыҡ булып алдына килеп баҫты. Экскурсияға алып барғайнылар уларҙы, йәйге каникул ваҡытында. Турбазала өс төн ҡундылар, әммә эргәләге ауылдан сығышманылар. Унда тәрбиәселәрҙең береһенең ата-әсәһе йәшәй ине. Бик хозур төбәк ине ул. Ауылды ярым даға рәүешендә уратып, тын ғына алҡынланып Иҙел аға. Йәйге селлә, ҡыҙыу ҡояш баш өҫтөндә эленеп тора. Йылға буйында бала-саға мәш килә. Көнө буйына баҡа төҫлө йылымыс һыуҙа яталар. Ағым ыңғайына йәшкелт ылымыҡтар бәүелә, суйыр таштар араһынан елпелдәп балыҡтар үтә. Кис мәлдәре бигерәк тә матур. Зифа ҡамыштар араһынан пырх-пырх килеп ҡыр өйрәктәре осоп китә, баҡалар оҙон йырын һуҙа, кәкүк саҡыра. Бер, ике, өс...ун....илле... Киске шәфәҡ төшкән мәлдә йылға ярындағы матур ғына өйҙөң болдоронда апай менән ағай ултыра ине. Эргәләрендә ике сабыйҙары мәш килә – сәсенә ҡыҙыл таҫма үргән ҡурсаҡтай ҡыҙ һәм башы ялтыратып ҡырылған ҡарасман малай. Ни ҡәҙәре бәхетле балалар! Ишек алды йәм-йәшел сирәм. Унда тауыҡтар соҡсона, эт ята. Көтөү әле ҡайтмаған. Бейек тирәктәр үҫә. Улар ял итә, ихатала самауыр ҡайнап ултыра, сыуалда аш бешә... Ағай ҡатынына бәхетле ҡараш ташлай, икәүһе лә йылмаялар. Улар бәхетле. Улар бер нәмәгә лә мохтаж түгел, уларҙың барыһы ла бар. Кәкүк ғашиҡтарҙың бәхетле йылдарын һанай ҙа һанай.

– Биш...алты...егерме...илле...

Йылға өҫтөндә ай ҡалҡына. Тәүге йондоҙҙар тоҡана. Тауҙар теҙмәһе ҡара диуар булып ауылды уратҡан, ҡоштар һайрай, ҡамышлыҡта эре балыҡтар шап-шоп килә...

Ҡыҙ телгә килде:

– Минең дә шул ауылда йәшәгем килә...

Йәшәрһең, Фирүзә, йәшәрһең! Юҡ, беҙ бергәләп йәшәрбеҙ! Егет бәхеттең етенсе күгенә күтәрелгәйне...

– Мин дә бит детдомда үҫтем...

Бына нисек! Тимәк... Тимәк, уның хистәрен аңлаусы, үҙе кеүек үк үкһеҙ етем, үҙе кеүек үк яңғыҙ йәнә бер йән эйәһе бар имеш был донъялыҡта. Иң яҡын туғанын осраттымы ни! Тыны ҡыҫылып яуапланы:

– Йәй еткәс.. йәй еткәс, мин һине шул ауылға алып барам!

– Ура! Мин барам! Мин барам!

–Сыҡ миңә кейәүгә! Фирүзә! – Ильяс ҡарһаланып өндәште. – Сыҡ миңә, Фирүзә!

– Кейәүгә? – Ҡыҙ хайран ҡалғандай булды. – Әллә-се-е... Һеҙ бөтәгеҙ ҙә кейәүгә саҡыраһығыҙ! Унан үҙегеҙҙекен алғас...

– Юҡ, Фирүзә, миңә һин кәрәк! Үҙең кәрәк, аңлайһыңмы?

“Һин бит минең мөхәббәтем! Хыялдағы мөхәббәтем! – тип өҫтәргә булғайны ла, тамағына төйөр тығылды.

– Ильяс, ә мин һине алданым...

– Нисек алданың? – Ильясҡа бәхетле төҫ менән һөйгәненә баҡты. Ул барыһын да ғәфү итергә әҙер. Алдаһа ни, алдаһын...

– Егетем бар тип.

– Зыян юҡ, аҡыллым, зыян юҡ...(“Бик яҡшы! Егетең юҡ! Бик яҡшы!”)

– Ильяс, мин аҡыллы түгел. Мин... мин... һин уйлағанса түгелмен...

– Һин донъяла иң-иң-иң... – Егет тотлоға башланы.

– Ильяс, ә һин шундай... шундай классный! – Баянан бирле артында баҫып торған ҡыҙҙың ҡайнар һулышын тойҙо, шул уҡ мәлдә йомшаҡ ҡына наҙлы ҡулдар егетте ҡосаҡлап алды... Ирендәр ирендәр менән осрашты, йөрәктәр серләште, мөхәббәттең аҡ ҡанаттарында бәхетле был икәү болотһоҙ зәңгәр күктәргә күтәрелде. Ҡалғанын инде фәҡәт төштәгеләй хәтерләй Ильяс. Был төн уның тормошондағы иң ләззәтле генә түгел, ә бәлки иң бәхетле, иң ғәжәйеп төн ине.

6

Төш алдынан ғына уянды егет. Түшәге буш, ҡай аралалыр инде ҡыҙ янынан тороп киткән. Аш бүлмәһенә үтте. Өҫтәлдә эсеп бөтөлмәгән шампан шарабы, нәҙек тояҡлы бокалдар, торт һәм башҡа тәм-том күренә. Тәрилкәлә кисәге бишбармаҡтан тороп ҡалған ит киҫәктәре, һуған, тәмләткес үлән. Емеш-еләк. Фирүзәнең нәҙекәй кәүҙәһе балкон быялаһы аша күҙгә салына. Тышта йылы (ниңәлер Яңы йылдың тәүге көндәре гел йылы булыусан), шуға ла ярым-ярты кейемендә, сигарет көйрәтә. Форточка асыҡ тора, тиҙҙән ҡыҙҙың телефондан һөйләшкән тауышы ишетелде. Егет уға ҡамасауламайым тип туҡтап ҡалды. Мөхәббәте, уның Фирүзәһе, ниңәлер бик ҡыҙған ине булһа кәрәк. Тауышы асыулы, ҡырҡыу сыға.

– Ҡасан килтерәһең ҡалғанын? Ә? Юҡ инде! Хәҙер! Ишетәһеңме? Хәҙер!

Ҡыҙ тына биреп торҙо ла йәнә ҡысҡырына башланы:

– Юҡ инде! Бында асығауыҙҙар юҡ! Мин үҙемдең бурысты үтәнем! Үтәнем тейем! Нимә ҡушҡанһың, барыһын да эшләнем! Урамда тотоп алдым, фатирына алып ҡайттым, йыуындырҙым, ашаттым, йоҡлаттым! Эйе-эйе, әүҙем йоҡлаттым! Һин мине беләһең дә баһа! Ҡәнәғәт, ҡәнәғәт! Бығаса бисә-сәсә күрмәгән, меҫкен... Юҡ, ул миңә ысынлап та йәл. Һәйбәт егет. Бер ҡатлы, ләкин яҡшы егет. Юҡ, ысынлап... Әле ҡайҙа? Ҡайҙа булһын, йоҡлай!

Ильястың сәсе үрә торҙо. Үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмай, таш бүкән һымаҡ ауыҙын асып, күҙҙәрен упайтып тора бирҙе. “Тотоп алдым, апҡайттым, ашаттым, йоҡлаттым...” Ул бит, ул бит.. Фирүзә ниҙер һиҙенгәндәй был яҡҡа боролоп ҡараны. Һөрмәле ҙур күҙҙәрендә ҡурҡыумы, үкенеүме ғәләмәте сағылды. Ут саҡҡандай ашығып килеп инде.

– Ильяс! Һин яңылыш аңлайһың барыһын да! Мин... Рустик менән беҙ һиңә яҡшылыҡ эшләргә теләгәйнек...

– Вон бынан! – егеттә ниндәйҙер асыулы ғәйрәт уянды. – Вон! Эш-эш-ләнегеҙ инде яҡ-яҡ-шылыҡты!

– Шул саҡ ишек асылып китте, Руслан күренде. Йөҙө шешенеп бөткән, әммә кисәгеләй арыуыҡ айныҡ ине. Ҡәбәхәт!

– Күп-мегә ялланың был...был...

– Путананы, – тип әйтеп ебәрҙе Руслан. Бының сикһеҙ ярһыуына, ә Фирүзәнең ғәйепле төҫ менән албырғап тороуына ҡарағанда ул, Ильяс, барыһын да белә, тимәк. Шундуҡ һөжүмгә күсте:

– Ну, Ильяс, һин бит ҡыҙҙар менән таныша белмәйһең. Ярҙам итергә булдым һиңә, атаң башы!

– Кем...кем һо-һо-раған ул ярҙамды? – Тауышы ҡалтыранды, йәнә ныҡлап тотлоға башланы.–Ни-сек инде улай?

– Нисек-нисек... Шулай! Барҙым массаж салонына, һайлап алдым ошо һылыуҡайҙы. Һинең зауыҡты беләм дә инде. 20 мең һумға һөйләшкәйнек, аванс индерҙем, 8 мең тәңкәне. Унан машинала һинең эштән ҡайтырға сығыуыңды көтә башланыҡ. Бер шылтыратҡанда эштә инең. Икенсеһендә трубканы алманың. Тимәк, хәҙер сыға тип парк яғына елдерҙем, быны шунда төшөрөп ҡалдырҙым. Шул ғына. Парк аша йөрөгәнеңде беләм бит.

– “Кем ҡушты минең хыял менән һатыу итергә?” Күҙҙәре аларған Ильяс йоҡо бүлмәһендәге шкафҡа барып ураны, ике унар меңлек аҡсаны килтерҙе, Русландың кеҫәһенә тыҡты.

– Ҙур рәхмәт! Иҫәп-ләш-тек!

– Атаң башы, үҙеңә рәхмәт! – Руслан тағы ла ниҙер әйтергә теләне лә, әммә ҡул һелтәп сығып китте. Шундуҡ кире әйләнеп килде, аҡсаны Фирүзәгә тотторҙо. Тегеһе джинс салбарының кеҫәһенә тыҡты. Ни эшләгәнен үҙе лә төшөнөп етмәй ине шикелле. Бәлки, төшөнәлер ҙә, кем белә, башы түбән эйелгәйне. Руслан асыулы өндәште:

– Кеше уға яҡшылыҡ эшләп йөрөй! Тфү! Атаң башы икәнһең! – Ишекте шарт ябып сығып китте.

– Һеҙгә лә рәхмәт! – Фирүзәгә тура ҡарай алманы егет. Хыялдағы мөхәббәте уның хәтерендә ошолай меҫкен, ғәйепле һүрәттә уйылып ҡалырға тейеш түгел. Тунын, аяҡ кейемен, сумкаһын алып бирҙе. Ҡыҙ өнһөҙ генә кейенде, үҙе ниҙер көтә һымаҡ та ине. Башын күтәреп туп-тура ҡараны, күҙҙәре йәшһерәгәйне, унан үҙен ҡулға алды, шыҡ-шыҡ баҫып сығып китте. Аҡсаһы буҫағала ятып ҡалды. Эх һин... Хуш, тәүге һәм һуңғы мөхәббәтем! Ильяс хәлһеҙләнеп стена буйлап иҙәнгә шыуып төштө. Һуңғы хыялдары, һуңғы өмөттәре селпәрәмә килеп ярылғайны. Ул китте! Уның тормошонан мәңгелеккә китте. Мейеһендә кинәт башланған ҡар буранындай аяныс йыр өйөрөлә:

Хуш, һөйөклөм, хуш бәхетем...

Хуш, тәүге мөхәббәтем...

Яңы йылдың беренсе көнө башланғайны.

7

Ильяс көнө буйына тәҙрә уйымында ултырҙы. Башына бер уй ҙа килмәне, бер теләк тә уянманы. Бары тик бушлыҡ, бушлыҡ, бушлыҡ биләне булмышын. Ҡот осҡос яңғыҙлыҡ хисе биләне һәр күҙәнәген. Ултырҙы ла ултырҙы. Шешенгән ирендәре ҡан тамырҙары һуҡҡан һайын бер генә исемде ҡабатлайҙар. Фирүзә, Фирүзә, Фирүзә. Бойомға ашмаған,фәҡәт хыялда ғына тороп ҡалған мөхәббәтем... Күңелдә лә, урамда ла бер үк һары һағыш. Бысраҡ ҡар өйөмдәре. Эттәр аҙыҡ ҡалдыҡтары тулған контейнерҙа соҡсона. Шыршылар һүнгән, машиналар туҡтап ҡалған, кешеләр юҡҡа сыҡҡан. Байрам тамам. Уның да йөрәге буш, уның да барлыҡ хистәре үлгән. Артабан йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмағандай.

Кис етте. Руслан килеп ураны, әммә ишекте асманы. Тегеһе байтаҡ ваҡыт секция коридорында тапанды, телефондан шылтыратып маташты. Унан аяҡ тауыштары тымды. Кранды бороп, һыуыҡ һыу эсте, тик был ғына йөрәгендәге ялҡынды һүндерә алманы. Сисенмәй генә диванға барып ятты. Ҡараңғы төн килде, һаман да тынғы тапманы, уйһыҙ-ниһеҙ телевизорға төбәлеп ултырҙы. Шулай ултыра торғас, ойоп китте. Һаташа-һаташа йоҡланы. Бына улар Фирүзә менән ҡайҙалыр ашыға. Ҡыҙ ҡапыл йүгереп китә, ниндәйҙер соҡорға төшөп юғала. Егет ярҙамға ашыға, артынан соҡорға ырғый. Ә унда ҙур ҡалаҡ тотҡан убырлы ҡарсыҡ. Тамараның тауыш менән өндәшә:

– Яңы ашаусы килде! Яңы ашаусы килде!

Шыбыр тиргә батып уянды. Телевизорҙа Яңы йыл карнавалы бара. Һүндереп ҡараңғылыҡта ултырҙы. Урам фонарҙарынан яҡты төшә, ҡайҙалыр гармун тартып йырлайҙар. Таңға ҡарай телефоны йәнә телгә килде. Алманы. Йәнә шылтыраттылар. Таныш түгел номер. Моғайын Русландыр. Шайтаныма олаҡтырыр кәрәк. Ялҡытты.

– Эйе.

– Ильяс! Был мин!

– Вон! Һин...һин....

– Ғәфү ит!

– Һин…

– Мин һинең менән... шул өйҙә йәшәгем килә...

Ҡыҙ үкһеп илап ебәрҙе. Иҫерек! Иҫерек шикелле!

– Мин һинең менән... ҡояш батҡанын ҡарап ултырғым килә!

Юҡ!

–... Беҙҙең өйҙә, беҙҙең болдорҙа...

– Һин...һин...!

– Мин килермен! Сафланып килермен... Мин ул эшемде ташлайым! Мине мәжбүр иттеләр! Мин...мин...

Юҡ!

– Ильяс, һөйөклөм, мин вәғәҙә бирәм! Ишетәһеңме? Ҡасан да булһа мин килермен! Көт мине...

Телефон һүнде, тирә-яҡты ҡараңғылыҡ солғаны. Таң алдынан ғына була торған ҡуйы төн пәрҙәһе ҡаплағайны донъяны.

8

13 ғинуар, иҫкесә яңы йыл. Ҡупшы шыршыҡай улар тоҡандырған төрлө төҫтәге утсыҡтарын йым-йым килтереп уйнай. Ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Ильяс йөрәкһенеп урынынан һикереп торҙо, ишекте асып ебәрҙе. Алдында уның хыялдағы мөхәббәте баҫып тора ине. Ул ҡайтҡайны.

9

Йәйге аҡлан һуҡмағынан илаһи бер зат килә. Уның оҙон ҡара сәстәрен йомшаҡ ел тарай. Яҡты күҙҙәренән йондоҙҙар, нурлы битенән ай көнләшә. Янында шаҙрараҡ битле утыҙ йәштәрҙәге ир. Ҡулға ҡул тотоношоп, алыҫта күгәренгән тауҙарға, ҡара урмандарға, алһыу офоҡҡа ҡарап баралар ҙа баралар. Унда, ошо ожмахтың тап уртаһында, көмөштәй ялтырап саф һыулы Иҙел аға, бейек яр өҫтөндә бәхет һәм ырыҫ тулы өй ҡалҡына ине...

Март 2015 йыл. Өфө ҡалаһы.

 

About maximios

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

37 + = 41